Башҡорт академия драма театрының сәхнә оҫталары миҙгел йомғаҡтары буйынса номинацияларға эйә булды

Башҡорт академия драма театрының сәхнә оҫталары миҙгел йомғаҡтары буйынса номинацияларға эйә булды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡор академия драма театрында миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталары, бүлек, цехтарҙың иң егәрле хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектаклендә башҡарған Нурсинә роле өсөн актриса Гөлмирә Исмәғилева һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева.

«Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған  Игнатов ролен өсөн Азат Вәлитов.

«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн Тәнзилә Хисамова.

«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет» роле номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Горелый роле өсөн Айҙар Шәмсетдинов.

«Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» - номинацияһында Хөрмәтулла Үтәшев.

«Иң  яҡшы сәхнә дуэты» номинацияһында еңеүсе  - «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектаклендә башҡарған Ҡарсыҡ һәм Ҡарт ролдәре өсөн Гүзәл Маликова һәм Рәүис Заһитов.

«Ролдәр ансамбле//Ансамблдәге ролдәр» номинацияһында еңеүселәр - Гөлнара Әмирова, Илдар Сәйетов, Илдар Ғүмәров, Ирек Булатов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb