Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың элекке Мәҙәниәт министры Вил Кәримов арыбыҙҙан китте

Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың элекке Мәҙәниәт министры Вил Кәримов арыбыҙҙан китте

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ҙур юғалтыу хәбәре менән уртаҡлаша, 83 йәшендә Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының элекке Мәҙәниәт министры  Вил Сәғит улы Кәримов арыбыҙҙан китте.

Мәрхүм менән хушлашыу 2 ноябрь көнө Өфө районының Михайловка ауылында: Киевская урамы, 16 –сы  йорт адресы буйынса үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Аппараты атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вил Кәримовты юғалтыу ҡайғыһы менән уртаҡлаша.

Вил Сәғит улы хаҡында яҡты иҫтәлектәр яҡындары, дуҫтары һәм дә уның ижадын хөрмәт итеүселәр күңелендә мәңгелеккә һаҡланыр.

Кәримов Вил Сәғит улы- 1935 йылдың 21 мартында Учалы районының Кәрим-Төпәй ауылында тыуған. ГИТИС,  ЦККПСС эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған. Ул оҙаҡ йылдар буйы актер, режиссер,  1969-1976 йылдарҙа Башҡорт  АССР-ның Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара, 1976 - 1983 йылдарҙа БАССР-ҙың ТВ һәм радио буйынса баш режиссеры булып эшләй, БАССР-ҙың Юғары Советының 8-9-сы саҡырылышында депутат булып һайлана.

1992-1993 йылдарҙа «Башкортостан» киностудияһына етәкселек итә. Режиссер булараҡ 20–нән артыҡ телевизион һәм 10 документаль фильм ижад иткән, «Ғәскәров», «Төнъяҡ амурҙары» фильмдары тамашасыларға киң таныш.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb