“Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” башҡорт юморы һағында

“Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” башҡорт юморы һағында

27 февралдә Өфө Конгресс-холл сәхнәһендә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының бишенсе юбилей миҙгеле ярымфинал уйыны үтәсәк.

Ярымфинал уйынының дөйөм темаһы — “Башҡорт юморы һағында”. Был көндө үҙенең сығыштары менән тамашасыларҙы «Нөктә.ru» (Өфө), «Башstar» (Салауат районы), «Ритайым+» (Күгәрсен районы), «Мыртый» (Ейәнсура районы), «Әннәгиҙергеннәйем» (СПб, Йылайыр районы), «Бер минут» (Өфө) командалары ҡыуандырасаҡ. Уйын һөҙөмтәләре буйынса бишенсе Юбилей миҙгеленең финалсылары билдәләнәсәк.

Ҡатнашыусылар 4 төрлө конкурста көстәрен һынаясаҡ: фристайл “Ике көн ҡунаҡ, өсөнсө көн — муйнаҡ”, разминка “КиВиНда ла булдыҡ беҙ”, видеоозвучка “Күңелең киң булһа, шаяртыу табыла”, КОП (конкурс одной песни) “Йырым булһын бүләгем”.

— Биш йыл эсендә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының студенттар һәм эшсе йәштәр командалары араһындағы уйындарын яҡынса 8000 мең кеше тамаша ҡылды. Бынан тыш БР ТЙО “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” мәктәп уҡыусылары араһындағы уйындарҙың, лидерлыҡ юҫығындағы треннигтарҙың, КВН мәктәбе  сараларҙың ойоштороусыһы булып тора. Башҡортостан Республикаһы уйынсылары ғына түгел, ә башҡорттар күпләп йәшәгән Мәскәү, Силәбе, Санкт-Петербург ҡалаларынан командаларҙың килеүе лә матур йолаға әйләнде.

«Жаймардан» Ҡазаҡ лигаһы һәм Татар КВН лигаһы менән бәйләнештәр урынлаштырылды, киләсәктә уртаҡ саралар уҙғарыу күҙ уңында тотола, — тип хәбәр итте «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» БР Төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Урал Кәримов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb