Баймаҡ районында «Башҡорт аты» икенсе халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһе үтте, унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар был фестивалде үткәреүҙең ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе, үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе. Һөҙөмтәлә сараның 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле биләмәһендә уҙасағы билдәле булды. Уға тотош Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ, улар Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙың иҫәбен арттырыу һәм популярлаштырыу мсәсьәләләрен тикшерәсәк.
Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы спорт уйындары һәм мәҙәни программа көтә. «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», йәйәү һәм һыбай уҡтан атыу кеүек милли спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа яҡын сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашасаҡ.
Беренсе тапҡыр «Башҡорт аты» фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса 2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районында уҙҙы. Фестиваль төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың иҫәбен арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.