11-13 августа Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан Республикаһының 20-нән ашыу оҫтаһы сүкеп эшләнгән, эйәр-өпсөн, һунар әйберҙәре һәм хәрби кәрәк-яраҡтары, «Сергетыш» вальтрапының төрлө төрҙәре менән таныштыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында «Башҡорт аты» фестивале икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ул халыҡ-ара статусын алды. Проект Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло ат һанын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.