Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы Радмир Бәҙретдинов 85 йәшлек юбилейын билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 16 ноябрь 2016
Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы Радмир Бәҙретдинов 85 йәшлек юбилейын билдәләй
Сәнғәттең бейеү өлкәһе һәр ваҡыт мауыҡтырғыс һәм серле донъя.
Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыусы, милли ғорурлығыбыҙ, сәнғәт ҡаҙанышыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Радмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Кисә, 15 ноябрь көнө, Радмир Сәрүәр улы Бәҙретдиновҡа 85 йәш тулды. 1931 йылда БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош ауылында тыуған. БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. 1952 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973 йылдан алып директор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры була. 1986-2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы вазифаларында эшләй. Радмир Бәҙретдинов ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы менән тәбиғи үрелеп килә.
Артистың комик һәләте “Столяр” (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү егет”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. "Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай –аҡыллы һәм шаян ҡарт образын бик оҫта башҡара. Радмир Сәрүәр улы ҡатнашлығында “Тау мариҙары”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актерлыҡ һәләте өлгөһө булып тора.
Радмир Бәҙретдинов - киң танылыу алған халыҡ бейеүсеһе. Ижад юлын актер булараҡ башлаған шәхестең күңеле бейеү сәнғәтенә тартыла. Өфө сәнғәт училищеһының актер бүлеген тамамлағандан һуң Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булып эш башлай. Уның башҡарыуындағы «Сәкәй»ҙәге бай малайы, «Ғашиҡ төҙөүселәр»ҙәге балта оҫтаһы, «Өс туған» бейеүендәге шаян бабай образдары әле булһа халыҡ хәтерендә.
Радмир Бәҙретдинов әле лә бейеү сәнғәте тип янып йәшәй. Был тәңгәлдә илһамланып, киң яҡлы эшмәкәрлек алып бара. «Байыҡ» республика телевизион бейеү бәйгеһе баһалама ағзаһы булараҡ, башҡорт бейеүҙәрен һаҡлауға, халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүгә ҙур өлөш индерә. Йәш быуын менән һөнәри маһирлығын бүлешә.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө