Башҡорт драма театры 8 Март уңайынан «Кил әле, кил әле, сәмле ярыш күр әле!..» тамашаһын тәҡдим итә

Башҡорт драма театры 8 Март уңайынан «Кил әле, кил әле, сәмле ярыш күр әле!..» тамашаһын тәҡдим итә

8 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры барлыҡ коллектив ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша – «Кил әле, кил әле, сәмле ярыш күр әле!..» ҙур концертын тәҡдим итә.  

Өлкән артистарҙы театр йәштәре үҙенсәлекле ярышҡа саҡыра – театрҙа кем төп ролдәрҙә уйнарға тейеш, тамашасылар ҡайһы быуын артистарын нығыраҡ ярата, кемгә ҡайнар алҡыштар яуа? Был бәйгелә һәр быуын артистары сәмле, дәртле сығыш яһай, популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған музыкаль тамаша буласаҡ.  

Концертта ҡатнашалар: Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Бәхтиева, Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Рәзифә Динмөхәмәтова, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Азамат Ғафаров, Алмас Әмиров, Гөлнара Әмирова, Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова, Илсур Байымов, Артур Ҡунаҡбаев, Юлиә Ғәләүетдинова, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Байегет, Ирек Булатов, Руслан Ғәлимов, Фирғәт Ғарипов, Фирҙәүс Ғиззәтуллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Рәүис Заһитов, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Юнир Ҡоланбаев, Гүзәл Маликова, Хәким Мортазин, Фәнис Рәхмәтов, Илдар Сәйетов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Айнур Ситдиҡов, Миңзәлә Хәйруллина, Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Эльвира Юнысова, Азат Вәлитов, Алмаз Йосопов, Ринат Баймырҙин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb