Башҡорт драма театры был миҙгелдә һуңғы тапҡыр “Әлифбанан бер себеш” моноспектаклен тәҡдим итә

Башҡорт драма театры был миҙгелдә һуңғы тапҡыр “Әлифбанан бер себеш” моноспектаклен тәҡдим итә

25 апрелдә,  Башҡорт драма театры был миҙгелдә һуңғы тапҡыр “Әлифбанан бер себеш” моноспектаклен тәҡдим итә.

Был спектаклдә бер генә герой - Мәүлит. Үҙенә тәғәйен ғүмер юлын әҙәм балаһы төрлөсә уҙа, тормошҡа ул йә яраҡлаша, йә яраҡлаша алмай. Был бик күп шарттарға бәйле. Бәлки, кешегә, Мәүлит кеүек, бик үк рәхимле булмаған тирә-яҡты әсәһенең ҡанаты аҫтынан, йылыла ғына, суҡышын күрһәтеп ятҡан себеш кеүек, күҙәтеп кенә ятырғалыр! Мәүлит, тәү ҡарашҡа, балаларса бер ҡатлы, өләсәһе ҡуйынында ғына үҫкән, сибек рухлы әҙәм. Бисара хәлендә көн итеүсе бәләкәй кешенең зиһене әлифба кимәленән үтмәгән һәм бының менән ул риза, тормошҡа артыҡ зарланмай. Әммә уның йәмғиәткә, кешеләргә ҡарата үҙенсә фәлсәфәһе бик тә ҡыҙыҡ, ҡайсаҡ дөрөҫ тә кеүек!

“Әлифбанан бер себеш” моноспектакле-«Мельпомена Таврии» (Херсон, Украина, 2013), «Арт-соло» ( Владикавказ, Төнъяҡ Осетия, 2013); «MENAS» (Паневежис, Литва, 2014), «Молодой театр» (Петрозаводск, Карелия,  2014) Халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашыусы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb