18 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡор дәүләт академия драма театры 97-се ижад миҙгелен тамамлай. Был көндө тамашасыға коллектив бығаса күрелмәгән сағыу, күңелле заманса театрлаштырылған концерт - «Сәмле ярыш - Баттл» тәҡдим итә.
Тамаша шунан ғибәрәт - театрҙың йәштәре менән өлкән быуын артистары бер-береһен ижади майҙанға саҡыра - кем етеҙерәк, оҫтараҡ һәм сәмлерәк!? Ҡыҫҡаһы, «Сәмле ярыш - Баттл» яңыраҡ ут күршебеҙ Татарстанда гастролдәр ваҡытында ғәйәт етди һынау үтте, залда алма төшөр урын булманы. Ә һуңынан тамашасының алҡыштары тиһегеҙме - һаман ҡолаҡта яңғырай төҫлө. Был тамашаны күрмәй ҡалған Ҡазан дуҫтарыбыҙҙан әлегәсә үкенесле хаттар тынмай... Хәйер, Өфөлә, бындай хәл булмаҫ. Туған театрыбыҙҙың йыл буйы һәр премьераһын ҡарай, сәхнә яңылыҡтары менән таныша килгән тамашасылар 97- се театр миҙгелен оҙатыу тантанаһына килмәй ҡалмаҫ!
Был миҙгелде оҙатыу айырыуса тулҡынландырғыс, сөнки театр тарихындағы бөйөк ваҡиға - 100 йыллыҡҡа бары ике йыл ҡала һәм миҙгелде яратҡан, театрға тоғро, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ менән бергәләп күңелле, сағыу, бай концерт программаһы менән ябырға ниәтләй.