Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: бөгөн «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» заманса комедияһы сәхнәләштерелә

Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: бөгөн «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» заманса комедияһы сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 98-се ижад миҙгелен йомғаҡланы, шулай ҙа Йәйге театр миҙгеле дауам итә.

Спектаклдәр 29 июнгә тиклем дауам итәсәк. Бөгөн, 5 июндә, Рәлиф Кинйәбаевтың  «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» заманса комедияһы тәҡдим ителәсәк.

Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай: әле картуф утай, әле мунса яға, әле гәзит уҡый... Күпме ғүмер ҡәйнә менән йәшәп килене унан арып та киткән, ә икенсе яҡтан, йорттағы бөтә эште шул әбейүшкә бөтөрөп йөрөй бит, һис артыҡ түгел... Улы менән килене, ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе әсәләрен «һин ҡара», «юҡ, һин ҡара» тип бәхәсләшкәндә, өлгөр замана ҡарсығы үҙ яҙмышын үҙе хәл итеп тә ҡуя. Ә нисек? Быға һис кемдең башы етмәҫ!

Спектакль 19.00 башлана, тамаша 2 сәғәт дауамында бара. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb