Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: тамашасылар иғтибарына "Бәхет хаҡы" спектакле тәҡдим ителә

Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: тамашасылар иғтибарына  "Бәхет хаҡы" спектакле тәҡдим ителә

13 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Хәлисә Мөҙәрисованың "Бәхет хаҡы" спектаклен тәҡдим итә.

"Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итергә кәрәк!".Был  матур һүҙҙәрҙе белмәгән кеше юҡтыр бөгөнгө көндә. Нәҡ ошо һүҙҙәр "Бәхет хаҡы" спектакленең үҙәгендә торалыр.

Йылдар буйы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә барған, берсә илһамландырған, берсә сихри нурға сорнаған был мелодрамаға халыҡ ағылып йөрөй. Хатта фойеға анһат ҡына үтеп булмай. Спектаклде күрергә ашҡынып килеүселәр ишеккә ябырыла, әммә билеттар бөткән...

Бәхет - бына ошолор инде, нисәмә йылдар буйы аншлаг менән барған "Бәхет хаҡы" спектакленә рәхим итегеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb