Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы эгидаһы аҫтында «Ҙур гастролдәр» программаһы сиктәрендә ойошторолған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының төбәк-ара гастролдәре ҙур уңыш менән тамамланды. «Ҙур гастролдәр» программаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы РОСКОНЦЕРТ федераль дәүләт бюджет учреждениеһы менән тормошҡа ашырыла. Генераль мәғлүмәт партнеры - ТАСС.
Гастролдәр программаһында өс популяр спектакль булды: 19 сентябрҙә Дәүләт концерт залы сәхнәһендә - балалар өсөн «Мышиные истории» әкиәте (Д.Урбан, режиссер И.Ҡаҙаҡбаев) һәм «Внутри меня цунами» спектакле (Т.Иванова, А.Ибраһимова, В.Тулупова пьесалары буйынса үҫмерҙәр тарихы); 20 сентябрҙә М.Горький исемендәге Рус драма театры сәхнәһендә - Зифа Ҡадырова пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Һинһеҙ килгән яҙҙар» мелодрамаһы.
Башҡорт драма театрының спектаклдәрен тамашасылар йылы ҡабул итте һәм ыңғай ҡараш белдерҙе.