Башҡорт драма театры “Науруз” фестивалендә сығыш яһай

Башҡорт драма театры “Науруз” фестивалендә сығыш яһай

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 июнь көнө Ҡазанда Төрки халыҡтарының XIII «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале асылған. Башҡорт академия драма театры - «Наүруз»дә даими ҡатнаша, бөгөн 8 июнь көнө Ғ.Камал театры сәхнәһендә «Антигона» (Ж.Ануй, реж. Ф. Бикчәнтәев) драмаһы менән сығыш яһаясаҡтар.

"Наүруз"дың төп маҡсаты - Рәсәй Федерацияһы һәм унан ситтә йәшәүсе төрки халыҡтарҙың мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрен нығытыу.

Беренсе тапҡыр "Наүруз" фестивале 1989 йылда СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ҡарары буйынса Алма-Атала уҙа. СССР тарҡалғандан һуң, йыл һайын уҙғарыла торған фестиваль 5 йыл үткәрелмәй. "Наүруз" фестивале 1998 йылда Татарстан Республикаһы инициативаһы буйынса яңынан тергеҙелә. Хәҙерге ваҡытта фестиваль Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла.

 2010 йылдан Фестиваль "Наүруз" Халыҡ - ара театр -белем биреү форумы булараҡ эшләй. Әлеге форум сиктәрендә актерлыҡ һәм режиссерлыҡ оҫсталығы, театр сәнғәте белеме һәм театр сәнғәте өлкәһендә менеджмент буйынса мастер-кластар һәм семинарҙар үткәрелә.

Быйылғы XIII "Нәүрүз" афишаһында Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Эстониянан килгән 18 театр урын алған. Улар - Рәсәй Алтай, Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар, Тыва, Хакасия, Саха- Яҡут һәм башҡа республикаларҙан. Фестивалдең махсус ҡунағы - Эстонияның "R.A.A.M" театры. Фестивалдең быйылғы репертуары үзенең төрлөлөгө менән айырылып тора: бында сит ил классикаһы ла, этник ҡиссалар ҙа, заманса драматургия ла бар. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb