Башҡорт драма театры "ТЕАТР+" проекты сиктәрендә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырға саҡыра

Башҡорт драма театры "ТЕАТР+" проекты сиктәрендә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырға саҡыра

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры "ТЕАТР+" проекты сиктәрендә бөгөн -13 октябрҙә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырға саҡыра.

 Спектаклде Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов сәхнәгә сығарған. Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик, бер көн егет, Жаннаны ташлап, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы янына сығып китә. Ләкин матди ҡыйынлыҡтарға, тормош ауырлығына түҙә алмай, ул, йәш кәләше менән, сабый балаһын күтәреп, яңынан Жаннаның ишеген ҡаға…

Спектакль 2016 йылда Екатеринбургта үткән «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһы (Руслан Хайсаров Альберт роле өсөн) еңеп сыҡты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb