Башҡорт драма театрында гимназия уҡыусылары «Урал Батыр» спектаклен ҡараны

Башҡорт драма театрында гимназия уҡыусылары «Урал Батыр» спектаклен ҡараны

Башҡорт драма театрында башҡорт халыҡ эпосы буйынса сәхнәләштерелгән  «Урал Батыр»  спектаклен  М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары,  Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы  студенттары, Өфө медицина колледжы һәм 122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡараны.

Спектакль алдынан тамашасыларҙы театрҙың художество етәксеһе  Олег Ханов һәм М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Әхмәҙиева һүҙ алдылар.

«Хөрмәтле йәш тамашасыларыбыҙ, гимназия уҡыусылары,  һеҙҙе, ата-әсәйҙәрегеҙҙе һәм уҡытыусыларығыҙҙы ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Башҡорт академия театрында күреүебеҙгә шатбыҙ. Быйыл беҙҙең  республикала мөһим даталар билдәләнә – Башҡортостан Республикаһының, Башҡорт драма театрының һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы!  Һәм 2019 йыл – «Рәсәйҙә театр йылы» булыуы менән дә иҫтәлекле».  –тине Олег Закир улы.

Унан һуң Олег Ханов халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы булған «Урал Батыр» әҫәре һәм сәхнәгә ҡуйылған спектакль тураһында бер-нисә кәлимә һүҙ әйтте.

Гөлназ Әхмәҙиева уҡыусылар һәм уҡытыусылар исеменән коллективҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

«Бөгөн иҫ киткес байрам. Беҙ 100 йыллыҡ тарихы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт драма театрында Театр йылын бергә башлайбыҙ. Һәр спектакль, һәр премьера –  ул мөғжизә, ә театр – ул бөйөк сәнғәт» – тип, коллективҡа оло рәхмәтен белдерҙе Гөлназ Ғафир ҡыҙы һәм йәш быуынды тәрбиәләү эшендә театрҙың мөһим урын алып тороуы хаҡында әйтте, изге теләктәрен еткерҙе.

Спектаклдән һуң уҡыусылар өсөн театр музейында экскурсия үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb