Башҡорт драма театрында халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтәсәк

Башҡорт драма театрында халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтәсәк

28 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк.

Әнғәм Атнабаевты М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән ижади хеҙмәттәшлек бәйлә. Театры сәхнәһендә әҙиптең 11 пьесаһы ҡуйылған һәм тамашасы һөйөүен яулаған. Төрлө ваҡытта һәм төрлө жанрҙарҙа яҙылһа ла, сәхнә әҫәрҙәрен кешелек дәрәжәһе, Тыуған ил алдындағы яуаплылыҡ темалары берләштерә.

Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуып үҫкән Әнғәм Кәсим улы башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле шиғри мроңо, донъяға үҙенсәлекле ҡарашы менән килеп инә. Атнабаев шиғриәтенең төп темаһы – замандаштарының тормошо, төп геройҙары – һуғыш йылдарында ауырлыҡтар кисергән һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлөштәрҙә сыныҡҡан тиҫтерҙәре. Күп шиғырҙарын һәм поэмаларын ул йәшлек һәм мөхәббәт темаһына арнаған. Уның шиғриәтенә ихласлыҡ, йомшаҡ лиризм һәм юмор хас.

Әнғәм Атнабаевтың хәтер кисәһенә шағирҙар һәм яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусының яҡындары һәм яҡташтары, уның ижадын үҙ итеүселәр йыйыласаҡ. Театр фойеһында Әнғәм Атнабаевтың тыуған яғындағы мәктәп музейы фондынан күргәҙмә ойошторола.

Театрлаштырылған музыкаль тамашала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры артистары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Тәтешле районының һәүәҫкәр артистары сығыш яһаясаҡ. Сәхнәнән шағирҙың шиғырҙарына Рим Хәсәнов, Юлай Үҙәнбаев, Илдар Ғүмәров ижад иткән моңло йырҙар яңғыраясаҡ, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеләсәк.

Хәтер кисәһе 19:00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb