Башҡорт драма театрында Йыһат Солтанов менән ижади осрашыу үтте

Башҡорт драма театрында Йыһат Солтанов менән ижади осрашыу үтте

Кисә, 10 апрелдә театрҙың ижади төркөмө яҙыусы, башҡорт журналистикаһы ветераны, яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов менән осрашты.

Бындай осрашыуҙарҙы үткәрергә тигән уй Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы өҫтөндә эшләү мәлендә тыуған. Пьесаны, әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙо тәрәнерәк өйрәнеү йәһәтенән ойошоторолдо был сара. Киләсәктә филология фәндәре докторы, лингвист, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова менән осрашыу ниәтләнә.

Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса спектаклде М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә режиссер Айрат Абушахманов ҡуя.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb