Башҡорт драма театрында Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» повесы буйынса спектакль әҙерләнә

Башҡорт драма театрында Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» повесы буйынса спектакль әҙерләнә

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй театрҙары совет классигы, күренекле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың тыуыуына быйыл 90 йыл.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» повесы буйынса спектакль әҙерләй. Инсценировканың авторы — Елена Баранчикова.

Сәхнәләштереү өсөн театрға Йәштәр театры режиссеры Мөсәлим Күлбаев саҡырылған. Әлеге ваҡытта репетициялар бара. Тамашаның премьераһы киләһе йылдың ғинуар айына билдәләнгән.

Шулай уҡ Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар театры «Быуаттан да оҙон көн» романы буйынса спектакль әҙерләү менән мәшғүл. Премьера 4, 5, 6 һәм 7 ноябргә билдәләнгән. Режиссер — Илгиз Зәйниев, рәссам — Геннадий Скоморохов, композитор — Эльмир Низамов, балетмейстер — яҡташыбыҙ Сәлимә Әминева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb