Кисә, 15 март көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Һөйәһеңме- һөймәйһеңме...» премьераһы буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, театрҙың художество етәксеһе, төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Олег Ханов трагикомедияға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән журналистар тарафынан бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
«Спектаклдә бөгөнгө ваҡыт сағыла, тормоштоң иң изге төшөнсәләре, мөхәббәт хаҡында һүҙ бара. Флорид Бүләковтың пьесалары беҙҙең репертуарҙа һис шикһеҙ булырға тейеш», - тине Олег Закир улы.
Журналистар спектаклдең бер өлөшөн ҡараны. Спектаклдең премьераһы ошо аҙнаның 17 һәм 18 март көндәренә билдәләнгән. Ролдәрҙә театрҙың талантлы актерҙары: Олег Ханов, Әхәт Хөсәйенов, Эльвира Юнысова, Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова, Рима Сәлмәнова, Артур Ҡунаҡбаев, Азат Вәлитов, Юлиә Ғәләүетдинова.
Флорид Бүләков пьесаһы буйынса "Һөйәһеңме - һөймәйһеңме..." трагикомедияһының премьераһынан ситтә ҡалмағыҙ.