Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә

Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһы йәйге ялдан һуң эшкә сыҡты. Артистар һәм режиссерҙар яңы миҙгелгә уй-ниәттәре менән уртаҡлашты.

Ижади составты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко ҡотланы.

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов яңы, 99-сы миҙгелгә ижади пландар хаҡында һөйләне.

Сентябрҙә Өфөгә яҡут режиссеры Андрей Борисовтың килеүе көтөлә. Ул “Урал Батыр” дастанын сәхнәләштерә. Режиссерҙар Айрат Абушахманов һәм Азат Нәҙерғолов та яңы спектакль әҙерләй.  

Оҙаҡламай театрҙың төп бинаһы капиталь ремонтка ябыла. 4 октябрҙә театрҙа яңы ижад миҙгеле асыла. Тамашасыларға Гүзәл Яхина әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле тәҡдим ителә.

 

 

Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә
Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә
Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә
Башҡорт драма театрында тамашасылар өсөн яңы спектаклдәр әҙерләнә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb