Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров менән Морат Рафиҡов “Салауат юлдары буйлап” документаль фильмында ҡатнаша

Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров менән Морат Рафиҡов “Салауат юлдары буйлап” документаль фильмында ҡатнаша

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров Эстонияның Палдиски ҡалаһына юлланды. Улар “Салауат юлдары буйлап” документаль фильмында ҡатнаша. Актерҙар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ролдәрен башҡара. Костюмдар буйынса рәссам, танылған реконструктор Илдар Ғатауллин, Сәймә Хәсәно­ва­ның “Сәрби” студияһы менән берлектә, костюм­дар әҙерләгән. Эстониянан Кайрит Неляндер иһә рәссам-грим һалыусы итеп һайланған. Әйт­кән­дәй, ул кино тармағында 20 йылға яҡын эшләй.
Режиссер Таңсулпан Бураҡаева әйтеүенсә, архив документтарында батырҙарыбыҙҙың аныҡ һүрәтләнеше лә бар.
– Тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Актерҙарҙы һайлағанда ла ошоға таяндыҡ. Йәш актер Морат Рафиҡовтың ижадын күптән күҙәтәм. Салауат Юлаев ролен ул башҡара алыр тип үҙем өсөн күптән билдәләгәйнем, – тине Таңсулпан Бураҡаева. – Юлай Аҙналин образына актерҙы оҙаҡ эҙләнем. Ул тәрән аҡыллы урта йәштәрҙәге ир булырға тейеш ине. Тауыштары ла ҙур әһәмиәткә эйә – атай менән ул араһында һөйләшеүҙәр бик күп. Ниһайәт, Илдар Ғүмәровҡа туҡталдым.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “Салауат юлдары буйлап” киноэкспедицияһы 30 майҙа Өфөнән башланғайны. Юлда барғанда Башҡортостан Кинематографистар союзының бер төркөм ағзалары ҡала, ауылдарҙа фильм төшөрҙө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb