Бөгөн Мәскәүҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «АНТИГОНА» спектакле менән «Алтын битлек-2018» фестивалендә ҡатнаша. Рәсәй милли театраль премияһына 7 номинацияла билдәләнде:
Драма/ ҙур формалағы иң яҡшы спектакль
Драма/ иң яҡшы режиссер эше - Фәрит Бикчәнтәев
Драма/иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле - Лилиә Ғәлина
Драма/иң яҡшы ир-егет роле - Олег Ханов
Драма/иң яҡшы икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле - Гөлмирә Исмәғилева
Драма/иң яҡшы икенсе пландағы ир-егет роле - Алмас Әмиров
Драма/иң яҡшы рәссам эше - Альберт Нестеров
Театр актерҙары бөгөн-22 мартта «Антигона» спектакле менән Мәскәүҙә А.С.Пушкин исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театрында сығыш яһаясаҡ.