Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәр менән республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарында

Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәр менән республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарында

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарына Флорид Бүләков пьсеаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектакле менән гастролгә сыға.

25 июнь – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында,

26 июнь – Дыуан районының Мәсәғүт ауылында,

27 июнь – Салауат районының Малаяҙ ауылында сығыш яһаясаҡ.

Көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып сауаплы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла тәҡдим итеп ҡуя ҡарт. Тик ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, ғүмер үтеп киткән, балалар ҙа юҡ инде. Абдулла менән Фатиманың күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә: унда мөхәббәт тә, һөйөү ҙә бар ине кеүек, тик улар менән бергә тормошто аяныслы итерлек тағы ла бер нәмә оҙатып барҙы һымаҡ.

Әжәл сәғәте билдәле, ул аяуһыҙ, көтөп тормаясаҡ. Тик һөйөү генә йәшәргә дәрт һәм йән биреүселер ул. Һөйәме – һөймәйме? Быны өс сәғәт эсендә аңлап та булмай, бының өсөн тотош ғүмер ҙә аҙ һымаҡ.

Беҙҙең ҡарттар сауаплы эш эшләп өлгөрөрме һуң? Үҙегеҙ күрерһегеҙ. Күрерһегеҙ, ишетерһегеҙ, көлөрһегеҙ, иларһығыҙ, уйланырһығыҙ... Нимә тураһындамы? Һәр кем үҙ уйына батыр...

Спектаклдәр 19.00 сәғәттә башлана.

Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb