27-29 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Ноябрьск, Губкинский һәм Яңы Уренгой ҡалаларында сығыш яһаны. Себер тарафтарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ "Һөйәркә" (Туфан Миңнуллин) спектаклен ҡарап кинәнде. Ә кескәйҙәр өсөн «MOUSE STORY» тамашаһы тәҡдим ителде.
Спектаклдәргә урындағы башҡорт ойошмаларының әүҙем ағзалары күпләп килде. Улар яратҡан артистары - Азамат Ғафаров, Алһыу Бәхтиева, Алһыу Ғәлина, Юнир Ҡоланбаев, Илсөйәр Ғизитдинова һәм башҡалар менән осрашыуҙы һағынып алды.