Башҡорт дәүләт академия драма театры май байрамдары уңайынан акция ойоштора

Башҡорт дәүләт академия драма театры май байрамдары уңайынан акция ойоштора

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры май байрамдары уңайынан акция ойоштора.

10 май көнө Ярослава Пулиновичтың “ЙӘНЕМ, ИРТӘГӘ ЯҢЫ КӨН ТЫУЫР” спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы ни бары 100 һум.

Бала сағынан уҡ донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер.

Тик, бер көн егет, Жаннаны ташлап, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы янына сығып китә. Ләкин матди ҡыйынлыҡтарға, тормош ауырлығына түҙә алмай, ул, йәш кәләше менән, сабый балаһын күтәреп, яңынан Жаннаның ишеген ҡаға…

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb