Башҡорт дәүләт академия драма театры «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт академия драма театры «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 2017 йылдың 23 декабрь көнө барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша – «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итә.

Өлкән артистарҙы театр йәштәре үҙенсәлекле ярышҡа саҡыра – театрҙа кем төп ролдәрҙә уйнарға тейеш, тамашасылар ҡайһы быуын артистарын нығыраҡ ярата, кемгә ҡайнар алҡыштар яуа?

Был бәйгелә һәр быуын артистары сәмле, дәртле сығыш яһай, популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған музыкаль тамаша буласаҡ.

Әгәр ҙә һеҙҙең ошондай дәртле, моңло, көлкөлө тамашаны күргегеҙ килһә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb