Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар һорауы буйынса “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен өҫтәмә рәүештә тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар һорауы буйынса “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен өҫтәмә рәүештә тәҡдим итә

15 сентябрҙә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  тамашасылар һорауы буйынса “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен өҫтәмә рәүештә тәҡдим итә.  Тамашасылар яратып өлгөргән спектакль -яҙыусы Гүзәл Яхина әҫәре буйынса сәхнәләштерелде.

Гүзәл Яхинаның "Зөләйха күҙҙәрен аса" романы китап яратыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан әҫәрҙәрҙең береһе.

Әҫәрҙе драматург Ярослава Пулинович сәхнәгә әҙерләгән, Хөрмәтулла Үтәшев башҡортсаға тәржемә иткән.

Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Айрат Әбүшахманов. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Гүзәл Яхинаның “ Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәгә тәүгеләрҙән булып ҡуйҙы. Кеше ҡайһы ваҡытта үҙенең ниндәй тарлыҡта, меҫкенлектә йәшәгәнен белмәй ҙә. Ҡайһы саҡ яҙмыш ауырлыҡтар менән бер рәттән яңы тормош, мөхәббәт тә бүләк итә. Бәхетһеҙлек бәхет тә килтерергә мөмкин, фекерен еткерергә теләнем, тип яҙа автор   Гүзәл Яхина.

«Зөләйха күҙҙәрен аса»  (“Зулейха открывает глаза”) 2015 йылда рус телендә һәм 2016 йылда татар телендә  нәшер ителгән роман.

Әҫәрҙә Зөләйханың һәм ул осорҙағы  сәйәси золом ҡорбандарының һөргәндәге кисерештәре һәм иҫән ҡалыу өсөн көндәлек көрәше һурәтләнә. Ваҡиға үҙәгендә Зөләйха исемле ҡатын, уның Себерҙә һөргөндәге тормошо...

…1930-сы йылдың ҡыш айы. Крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханы йөҙҙән ашыу күскенселәр менән бергә теплушка вагонында бик иҫке, ауыр юлдарҙан Себергә ебәрәләр. Улар араһында крәҫтиәндәр һәм интеллигенция, мосолмандар һәм христиандар, мәжүсиләр һәм динһеҙҙәр, урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, грузиндар, немецтар һәм сыуаштар – барыһы ла Анҡара буйында осрашасаҡ, һәм уларға көн һайын йәшәргә хоҡуҡтарын яҡларға тура киләсәк...

Спектакль 18.00 сәғәттә башлана.
Билеттар театр кассаһында һәм сайтында.
РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb