Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһы “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектакле менән гастролдән ҡайтты

Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһы “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектакле менән гастролдән ҡайтты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһы “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектакле менән Ханты-Манси  һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарына барып ҡайтты.

Ноябрьск ҡалаһы — Ямал-Ненец автомномиялы округының иң ҙур ҡалалары иҫәбенән. Унда 100 меңдән ашыу кеше йәшәй, шуның 2 меңдән ашыуы башҡорттарыбыҙ. Башҡортостандан айырылып йәшәгән милләттәштәребеҙ туған телдә үткән һәр сарала ихлас ҡатнаша. Ә яратҡан актерҙары уйнаған спектаклде ҡалдырыуҙы улар хатта хилафлыҡҡа тиңләй. Милләттәштәре, дуҫтары менән осрашыуға атлығып тора Ноябрьск ҡалаһы башҡорттары. Балаларын да бер-береһен танырлыҡ, бер-береһенә терәк булырлыҡ һәм рухлы итеп үҫтерергә тырыша. Йәштәр өлгө алырлыҡ өлкәндәр барлығы һөйөндөрә.

Милләттәштәребеҙҙең иң рухлылары бөтә зал өсөн билет хаҡын алдан түләп үк ҡуйған. Йәшәү һәм үлем, һөйөү һәм хыянат, изгелек, йомартлыҡ — Абдулла менән Фатиманың йәшлек хәтирәләре һәм Әжәлдән ҡотолоу сараһын эҙләү араһында режиссер — Илсур Ҡаҙаҡбаев бихисап темалар күтәрә. Иман тураһында ла уйланырға мәжбүр итә.Ролдәрҙе Олег Ханов, Эльвира Юнысова, Артур Ҡунаҡбаев, Римма Ҡаһарманова, Азат Вәлитов һәм Анастасия Буркова башҡара. Уларҙың оҫталығы тамашасыларҙы йә илата, йә көлдөрә. Зал шул тиклем йылы ҡабул итә.

 Актерҙар өсөн — ул оло бүләк. Тамашасы күңелендә хистәр даръяһын тулҡынландырыуға өлгәшә алған коллективты Ноябрьск халҡы артабан да һағынып, көтөп аласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb