Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы

Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәйге ялдан һуң эшкә сыҡты.
Быйылғы бөтә илгә килгән көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар айышы театр ижадына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Апрель айында үҙҡурсаулыҡта ултырып, майҙың бер нисә көнө репетициялар уҙғарғандан һуң, коллектив йәйге ялға сыҡҡайны.

“Театрҙа капиталь ремонт эштәре әүҙем бара, тамаша залы 95% әҙер, пандемияға бәйле хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер һәм көҙ көнө 101-се ижад миҙгелен үҙебеҙҙең яңыртылған сәхнәлә асырбыҙ, тип иҫәп тотабыҙ,” – тине директор Иршат Фәйзуллин.

Баш режиссер Айрат Абушахманов артистарҙы ижади пландар менән таныштырып: “Алдан планлаштырылған әҫәрҙәр киләсәктә күҙалланған репертуарҙа ҡаласаҡ, Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романын ҡуйыр алдынан яңынан уҡып сығып, иҫкә төшөрөрбөҙ. Ошо арала репетициялар башлайбыҙ. Пландар күп, шуға күрә һау-сәләмәт булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”- тип иҫкәртте.

Театр коллективы эш кәйефе менән илһамланып, яңы миҙгел алдынан эш башланы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb