Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев «Бөтә сысҡандарҙа сыр ярата» әкиәте буйынса шәп музыкаль тамаша әҙерләй. «Mousе story» тип аталған заманса спектакль декабрҙә һәм шулай уҡ ғинуар айҙарында барасаҡ.
Спектакль алдынан театр фойеһында шыршы тирәләй Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай менән әйлән-бәйлән һәм уйындар үткәреләсәк.
Кескәй тамашасыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен 21,24 декабрь көндәре М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Яңы йыл әкиәтенә ихлас саҡыра.
Һоро сысҡандар ғаиләһе «Гәлсәр сыр» призын алыр өсөн «Евромаус» конкурсында ҡатнашырға йыйына. «Әгәр ҙә беҙ конкурста еңһәк, бөтәһе лә беҙҙең менән сэлфи эшләйәсәк!.. Һәм беҙ киң танылыу яулаясаҡбыҙ!» - тип хыялланалар икән, ти былар. Тырышып көнө-төнө барабандарҙа һуғалар, репетиция яһайҙар икән. Тик, бер көн уларҙың йортона икенсе - ап-аҡ сысҡан ғаиләһе килеп инә. Аҡ сысҡандарҙың килеп инеүҙәре була, һоро сысҡандарҙың ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормоштары, конкурс ҡайғыһы онотола. Ата-әсәләре араһында дошманлыҡ, ә балалары Шома һәм Фружа араһында – ДУҪЛЫҠ тоҡанып китә! Әммә ниндәй генә бәлә-ҡазалар килеп сыҡмаһын, Шома менән Фружи бер ҡасан да бер-береһенән айырылышмаҫҡа ант итәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй сысҡандарҙың дуҫлығына ата-әсәләренең бер-береһен күрә алмаусанлығы ҡамасаулай. Кемдән ярҙам һорарға белмәгән Шома менән Фружи Бесәйгә мөрәжәғәт итәләр. Әммә, Бесәй ябай ғына бесәй булып сыҡмай, ул Бөйөк Тылсымсы бесәй. Ул Шома менән Фружины йә аҡҡа, йә һораға әйләндереп, унан һуң киреһенсә һоронан аҡҡа, аҡтан һороға әйләндереп, уларҙың ата-әсәләрендә дуҫлаштырырға ризалыҡ бирә. Шулай итеп, ДУҪЛЫҠ еңеп сыға, һоро сысҡандар менән аҡ сысҡандар бергәләшеп «Евромаус» конкурсында ҙур төркөм ойоштороп сығыш яһарға ант итәләр.
Һәр әкиәттәгесә, был мажаралар ҙа яҡшы тамамлана. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, татыулыҡ һәм тыныслыҡ тураһындағы был спектакль кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәһенең күңеленә хуш килер.