20 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера көтөлә. Актерҙар йәй миҙгелендә тамашасылар өсөн мөхәббәт, бәхет һәм йәшәү мәғәнәһе тураһында Алехандро Касонаның “Иң бәхетле төн” ( “Деревья умирают стоя” ) тип аталған өр-яңы спектаклен тәҡдим итәсәк.
СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкованың героиняһы егерме йыл элек өйҙән сығып киткән ейәнен көтөп, уның ҡайтырына өмөт итеп йәшәй. Эйе, тап өмөт уны йәшәтеп килә – шул турала белгән ҡарты уға ғәйепһеҙ юғалған ейәне исеменән хаттар яҙа, уның тормошо тураһында бермә-бер һөйләп бара. Тормош шулай “ялған хаттар” менән дауам итер ине лә, бер көн килеп ысын ейәненән телеграмма килә… Күп тә үтмәй ейән ҡайтып килгән карап диңгеҙ төбөнә китә… Ҡатынының өмөтөн өҙмәү өсөн Ҡарт рухи ярҙам менән шөғөлләнеүсе контораға мөрәжәғәт итә, унда эшләүсе сәнғәтсә фекер йөрөтөүсе хеҙмәткәрҙәр ярҙамға ашыға… Өләсәй үҙ ейәнен танырмы? Ейәненең һәр аҙымын белгән өләсәйҙең һынауҙарын “яңы ейән” нисек үтер? Ә иң сетереклеһе – ысын ейәндең килеп сығыуы…
Мажараларға, юморға, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ҡоролған әҫәр беҙҙең тормошҡа ауаздаш: бәхет көткәндәр – бәхетле булһын, кешене йәшәткән өмөт һүнмәһен…
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – Олег Ханов, рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев.
Ролдәрҙә - Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Светлана Хәкимова, Әхәт Хөсәйенов, Рәзифә Динмөхәмәтова, Сәғиҙулла Байегетов, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Гөлмирә Исмәғилева , Милена Ишаева, Руслан Хайсаров.