Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" исемле халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының финалы үтәсәк

Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" исемле халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының финалы үтәсәк

2019 йылдың 4 ғинуарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә "Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" исемле халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының финалы үтәсәк.
Конкурсты йомғаҡлау кисәһендә 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы сығыш яһаясаҡ. Еңеүселәргә лауреат исемдәре биреләсәк, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

"Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" конкурсы шулай уҡ 2018-се йылда юбилей йылдарын билдәләгән рус классиктары И.С.Тургеневтың тыуыуына - 200, Л.Н.Толстойҙың – 190, А.М.Горькийҙың 150 йыл тулыуға арналған конкурстарҙы ла үҙ эсенә ала.

Конкурс “Мәжит Ғафури –XXI быуат» мәҙәниәт фонды”региональ йәмғиәт ойошмаһының тарафынан Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Халыҡтар дуҫлығы Йорто, “Берҙәм Рәсәй” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Орджоникидзе районы бүлеге, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ҡатнашлығында үтә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb