Башҡорт дәүләт академия драмы театрындә йәнә премьера-«Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакле

Башҡорт дәүләт академия драмы театрындә йәнә премьера-«Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакле

21, 22 февраль көндәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театры йәнә премьера тәҡдим итә. С.Айытматов, Е.Баранчикованың сәхнә версияһы буйынса «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакленең режиссеры — Мөсәлим Күлбаев, балетмейстеры — Ирина Филиппова, рәссамы— Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев.

Төп ролдә — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
«Сыңғыҙхан — ул көслө хөкүмәт башлығы. Мин уны кешелекле яҡтан күрһәтергә тырышам. Сыңғыҙхан — ул ир ҙә, дуҫ та… Күп ҡырлы герой буласаҡ», — тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2002 йылда Х.Үтәшев Төрки телле театрҙарҙың «Нәүрүз» һәм 2003 йылда «АРТ-ОРДО» (Бешкәк) Халыҡ-ара фестивалендә Нурлан Абдыҡадыровтың «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» спектаклендәге Тимерша роле өсөн фестивалдең «Иң яҡшы ир-ат роле» призына лайыҡ була.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb