Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә, 18 май көнө театр 97-се ижад миҙгелен тамамланы.
Йыл ваҡиғаларға ифрат бай булды. Ижад миҙгеленең премьералар афишаһын “Антигона”(Ж.Ануй, реж. Ф.Бикчәнтәев) спектакле башлап ебәрһә, унан һуң кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге - «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» (Д.Сәлимйәнов, реж.И.Ҡаҙаҡбаев) исемле әкиәт донъя күрҙе, ғинуар айында “Нәркәс” (И.Йомағолов реж. И.Ғиләжев, Х.Үтәшев) мелоромантик трагедияһы яңыртылып ҡайтты, күптән түгел “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” (Ф.Бүләков, реж.И.Ҡаҙаҡбаев) спектакленең премьераһы үтте.
Артистар Әхәт Хөсәйенов, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Илсөйәр Ғәзетдинова, Миңзәлә Хәйруллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Сәйетовтың юбилей бенефистары уҙҙы.
Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Хыялға ҡаршы» спектакле Бүрәт Республикаһында «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ҡатнашып, ике махсус премия яуланы. Ошо спектакль менән артистарыбыҙ тотош республиканы урап сыҡты. Март айында Айрат Абушахмановтың «Джут» (О.Жанайдаров) спектакле "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театраль премия - Фестиваленең "Маска Плюс" программаһы сиктәрендә Мәскәү тамашасыһына күрһәтелде. Татарстан Республикаһының Беүә ҡалаһында уҙған халыҡ-ара фестивалдә «Әлифбанан бер себеш» спектакле ҡатнашты. Яңыраҡ Ҡазан ҡалаһында гастролдәр, Өфөлә «Театр яҙы-2017” Республика фестивале гөрләп уҙҙы.
97- се ижад миҙгеле менән хушлашыу тантанаһы «Сәмле ярыш – баттл» театрлаштырылған концерт күтәренке рухта ҡуйылып, тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам төҫөн алды. Миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталарын һәм төрлө бүлек, цехтарҙың иң егәрле хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү үҙе бер күркәм, күңелле тамашаға әйләнде. Ә еңеүселәр - түбәндәгеләр:
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Антигона» спектаклендәге Антигона роле өсөн актриса Лилиә Ғәлина,
«Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһында - «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһындағы Ғәлиә Харисовна роле өсөн Фидан Ғафаров,
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - Антигона» спектаклендәге Һөт әсәһе роле өсөн актриса Алһыу Ғәлина-Ғафарова, ошо уҡ спектаклдәге Исмена роле өсөн Гөлмирә Исмәғилева,
«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле өсөн» номинацияһында -
«Диңгеҙ. Утрау. Хазина» әкиәтендәге Кок роле өсөн Хәким Мортазин,
«Намыҫлы һәм лайыҡлы хеҙмәте өсөн» - Тәнзилә Хисамова,
«Иң - яҡшы эпизодик роль» номинацияһында - «Антигона»
спектаклендә Креондың хеҙмәтсеһе роле өсөн Айнур Ситдиҡов,
«Алтын ҡуллы оҫта» - Резеда Шәйғәрҙәнова.
Актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров һәм башҡа театр эшсәндәре театрҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Шулай итеп, хуш миҙгел! Хуш киләһең, яңы театр миҙгеле!