Башҡорт дәүләт драма театры «Коляда-рlays» заман драматургияһы фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Башҡорт дәүләт драма театры «Коляда-рlays» заман драматургияһы фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының бер төркөм йәштәре «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, А. Ишбулдина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән «Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашып ҡайтты.

Был фестивалдә Башҡорт дәүләт академия театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында еңеү яуланы. Рәсәйҙең билдәле театр тәнҡитселәре уның Айгиз Баймөхәмәтов әҫәре буйынса ҡуйған "Хыялға ҡаршы" спектаклен юғары баһаланы.

«Хыялға ҡаршы» тураһында «Театр газетаһы»нда Вера Цвиткис былай тип яҙа: «Уларҙың (Башҡорт академия театрының) спектаклендә - Шекспир ял итә, боронғо грек Медеяһы тулҡынланыуҙан сәсәй-сәсәй тәмәке тарта, сәхнә реквизиттарын тонналап ҡулланған супер-пупер баш ҡала театрҙары күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй. Бында тәбиғи, ябай, асыҡ кеше Күңеле хаҡимлыҡ итә. Спектаклдә барыһы ла ябай һәм аңлайышлы, башҡортса көйҙәре лә, русса йырлағандары ла йөрәккә үтә. Бында һөйләнелгәндәр - йөҙләгән медеялар, эдиптар һәм антигоналар тарихы, был ваҡиғалар ҡот осҡос, аҡылдан яҙырлыҡ. Әммә был тарихты улар ябай һәм күңелле итеп һөйләй ала…”

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb