Башҡорт дәүләт драма театры Мөҙәрис Багаевтың “ИКЕ ТӨШ” драмаһын ҡарарға саҡыра

Башҡорт дәүләт драма театры Мөҙәрис Багаевтың “ИКЕ ТӨШ” драмаһын ҡарарға саҡыра

«Бормаланып аға Ашҡаҙарҡай,
Саф көмөштәй уның һыуҡайы.
Ниңә яҙмыш шулай әсе икән -
Башҡынама һыймай уйҡайым»,-

 йөрәк әрнеүҙәрен әлеге бер йыры менән баҫҡан Миңзифа инәйгә ғүмере буйы ике төшө тынғы бирмәй. «Инде нисәмә йыл шуны тыңлап, нисәмә йыл күҙҙәрем йәшкә мансыла бит. Инде нисәмә йыл башҡа бер нәмә лә күрмәй, шул ике төшөң менән генә йәшәйһең, бахырҡай. Йә, башла һуң... »,  ти, әбейҙең хәлен белешергә ингән килене Гөлшат.
- Һөйләйем, әтүсә…Сәлим, Кәрим, Хәлим ҡулдарын болғай-болғай ҡапҡанан сыға. Бергә ҡосаҡлашҡан килеш Миңзифа, Гөлшат, Сәлимә, Кәримә, Хәлимә йәшле күҙҙәрен һөрткөләп ҡул болғап ҡала...
...Яҙ етеп ерҙең ҡарҙан ныҡлап әрселә башлаған сағы икән, тим…
Миңзифа инәйҙең ошо ике төшөнә, әйтерһең, һуғыш йылдарының бөтә ауырлығы, йәшәү менән үлем көрәше, әҙәм затының ныҡлығын һынау, кешелек хистәре, йәшәү ҡәҙерен белеү асылдары һыйған.

Спектаклдең режиссеры Олег Ханов, рәссамы Альберт Нестеров, композиторы Илшат Яхин, балетмейстеры Сулпан Асҡарова. Ролдәрҙә: Суфия Ҡорбанғәлиева, Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Илсөйәр Ғәзетдинова, Ринат Баймырҙин, Юнир Ҡоланбаев,Артур Кәбиров, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Фирүзә Аллаярова, Гөлназ Хайсарова, Юлиә Ғәләүетдинова, Светлана Хәкимова, Сара Буранбаева һ.б. Шулай уҡ спектаклдә «Самрау» Балалар театр студияһында шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнаша.

Спектакль 18 ғинуар көнө киске сәғәт 7.00 башлана. Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb