Яҡындарҙы, дуҫтарҙы, туғандарҙы театрға саҡырырға теләк бар, әммә улар өсөн уңайлы көн йә уларҙың ниндәй спектакль яратҡанын белмәйбеҙ. Ошондай ваҡытты тура килтереп Башҡорт дәүләт драма театры Яңы йылға шәп бүләк — «Театрҙа бер кис…» акцияһын иғлан итә. Театр кассаларында бүләк сертификаттары барлыҡҡа килде. Һәр кем дуҫ-ише, яҡындары өсөн уңайлы көн һәм спектаклде һайлай ала.
- Сертификат М.Ғафури исемендәге Башҡорт акаедмия драма театры спектакленә урындар булған осраҡта билеттар алыу хоҡуғы бирә.
- Хаҡтары тура килгән саҡта бер сертификат менән бер нисә спектаклгә билеттар алып була.
- Сертификат менән бер ижади миҙгелдә ҡулланырға мөмкин.
- Сертификаттарҙың 500, 1000 һәм 2000 һумлыҡ номиналын һайлап алып була.
Бүләк сертификаттар театр кассаларында һатыла.