Алексей Вадимович Бартошевичты уҡыусылары һәм дуҫтары "Бөйөк Барт" тип йөрөтә. Бөйөк Барт Өфөгә 25 ғинуарҙа килә. Кисен М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Йософ һәм Зөләйха" музыкаль риүәйәтен ҡарарға ниәтләй. 26 ғинуар көндөҙ театр белгесе З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары һәм педагогтары менән осраша. Ә аҙаҡ театрҙа "Антигона" спектаклен ҡарай. Сер түгел, тап Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған Жан Ануйҙың драмаһын ҡарар өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына юллана билдәле театр белгесе. Спектаклдән һуң актерҙар менән әңгәмә ойошторорға планлаштырған Алексей Бартошевич.
Башҡорт дәүләт академия драма театры