Башҡорт дәүләт филармонияһы «80 йыллыҡ роман» тип исемләнгән Гала-концерт менән ижад миҙгелен яба

Башҡорт дәүләт филармонияһы «80 йыллыҡ роман» тип исемләнгән Гала-концерт менән ижад миҙгелен яба

24 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «80 йыллыҡ роман» тип исемләнгән Гала-концерт менән ижад миҙгелен яба.

Байрамға филармония үҙенең яҡын дуҫтарын, йыл буйы бергә булған тамашасыларын, баш ҡала ҡунаҡтарын саҡыра. Ҙур концертта сәнғәт усағының бөтә ижади көстәре ҡатнаша: «Далан», «Карауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре,  «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе һәм баш дирижеры - Линар Дәүләтбаев), Эстрада-джаз оркестры (етәксеһе - Олег Ҡасымов), ҡурайсылар квинтеты һәм эстрадабыҙҙың «йондоҙҙары» Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Дамир Тайыпов һәм башҡалар ҡатнаша. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

   80-се ижад миҙгеле республикабыҙҙың төп мәҙәни усағы өсөн иҫтәлекле мәлдәргә бай булды. Коллектив алдына  ҡуйған ҙур пландарын, хыялдарын бойомға ашырҙы. Йыл дауамында тамашасыларға тәҡдим ителгән премьералар, яңы концерт программалары, шаулап үткән гастролдәре тарихта ҡаласаҡ.

Филармония һәм тамашасыбыҙ араһында булған 80 йыллыҡ дуҫлыҡты, тоғролоҡты, мөхәббәтте тағы ла нығытыр өсөн сағыу тамашаға рәхим итегеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb