Башҡорт филармонияһы солисы Дамир Таипов 2021 йылдың йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаты булды.
Дамир Таипов - республика йыр сәнғәтенең классик йырҙарҙы, шулай уҡ Башҡортостандың милли йыр мираҫын танытыусы алдынғы йәш йырсыларының береһе.
Артист Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 2015 йылдан алып эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә бер нисә яңғыҙ концерт ҡуйырға өлгөрҙө, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк конкурстарында еңеү яуланы, ҙур халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашты.