Башҡорт дәүләт филармонияһы ижад миҙгелен «Филармония тулҡынында. 79…80 FM» тип исемләнгән ҙур концерт менән ябасаҡ

Башҡорт дәүләт филармонияһы ижад миҙгелен «Филармония тулҡынында. 79…80 FM» тип исемләнгән ҙур концерт менән ябасаҡ

    Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы оло юбилей алдында тора. Киләһе миҙгелдә Башҡортостандың ҡеүәтле сәнғәт учреждениеһы 80 йәшен ҡаршы ала. Был миҙгел иҫтәлекле булмаҡсы. Киләсәккә ҙур пландар, хыялдар менән янған ижади коллектив бөгөн иһә 79-сы ижад миҙгелен йомғаҡлау алдында. 16 май миҙгелде «Филармония тулҡынында. 79…80 FM» тип исемләнгән ҙу-у-р концерт ябасаҡ. Ысынлап та, филармонияның 79-сы ижад миҙгеле премьералары, бик күп иҫтәлекле ваҡиғалары, шаулап үткән гастролдәре менән тарихта ҡаласаҡ. Һәм был байрам тантанаһына филармония үҙенең яҡын дуҫтарын, йыл буйы бергә булған тамашасыларын, баш ҡала ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Концертта сәнғәт усағының бөтә ижади көстәре ҡатнаша: Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Фларида Иркина, Дамир Тайыпов, «Далан», «Карауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре,  «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Ҡурайсылар квинтеты һәм эстрадабыҙҙың башҡа артистары.

Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb