Башҡорт дәүләт филармонияһы «Иң яҡшы көн- 2» проектын тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт филармонияһы  «Иң яҡшы көн- 2» проектын тәҡдим итә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы быйыл үҙенең 80-се ижад миҙгелен билдәләй.

Мәртәбәле датаның Башҡортостан республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған мәлгә тура килеүе, мәҙәни усаҡтын юбилейына тағы ла әһәмиәт өҫтәй. Миҙгел дауамында филармонияла береһенән-береһе сағыуыраҡ тамашалар уҙғарыла. Байтаҡ яңы проекттар барлыҡҡа килде: «8 кистә 80 йондоҙло йыл», «Оҙон-көй» концерттар циклдары, камера музыкаһы фестивале һәм башҡалар.

Филармонияла 2-се март үтәсәк «ИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2» проекты ла тап ошо оло датаға арналған. Был көндө республиканың төп мәҙәни усаҡтарының береһе музыкаль марафон иғлан итә. Бындай киң сараны филармония икенсе тапҡыр ойоштора. Тәүге тапҡыр был проект 2017 йылда ҙур уңыш менән үткәйне. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн филармония ишектәре иртәнге 11-ҙән киске 10-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Сөнки тап ошо ғына көндә тамашасылар төрлө жанрҙағы - классиканан алып джаз, этника һәм эстрада йүнәлешендәге 10 концерт ҡарай аласаҡ.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ИҢ ЯҠШЫ КӨН - 2 марафонында мәҙәниәт усағының иң яҡшы солистары, коллективтары, ижади көстәре ҡатнаша. Байрамға килгән һәр тамашасыны үҙенсәлекле бүләктәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Балалар өсөн айырым программа ҡаралған. Бынан тыш яратҡан артистар менән осрашып, фотоға төшөп, уларҙан автограф алыу мөмкинселеге лә буласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, музыкаль марафонды ойоштороусылар был көндө филармонияға килгән һәр кем күңеленә хуш килгән концерт ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайта аласаҡ, тип вәғәҙә итә. 

«Иң яҡшы көн»дө тәүгеләрҙән булып сәхнәгә йәш йондоҙҙар: ФИЛАРМОНИЯНЫҢ БАЛАЛАР АКАДЕМИЯҺЫ – халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүселәре «Салауат» бейеү студияһы (етәкселәре Маргарита һәм Рөстәм Ғәндәлиповтар) һәм МАЛАЙҘАР ХОР КАПЕЛЛАҺЫ (етәксеһе Клим Калитов) сығасаҡ. 

Артабан инде филармония артистары музыка һөйөүселәрҙең иң кескәйҙәрен - өс йәшкә тиклем балаларҙы көтөп ҡала. Бына инде алтынсы миҙгел ҙур уңыш менән барған «МУЗЫКАНЫ БЕРГӘ ТЫҢЛАЙБЫҘ» проекты был көндө үҙ тамашасыларына йәнә сағыу программа әҙерләй. 

Ә инде джаз һөйөүселәрҙе 13:00 сәғәттә Олег Ҡасымов етәкселегендәге ЭСТРАДА-ДЖАЗ ОРКЕСТРЫ менән йәнле осрашыу, 16:00 сәғәттә ОЛЕГ КИРЕЕВтың «ОРЛАН» джаз ансамблеҡатнашлығында «ҠОМ ФАНТАЗИЯ»һы проекты тәҡдим ителәсәк. Ике коллектив та джаз өлкәһенән иң популяр булған көйҙәрҙән торған концерт әҙерләй. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb