Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Валентина Топычканова "Уфимская волна" конкурсында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Валентина Топычканова "Уфимская волна" конкурсында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Валентина Топычканова "Спутник-фм" радио каналы ойошторған "Уфимская волна" йыр бәйгеһендә Гран-при яуланы. Конкурс бүләгенән тыш уға Марсель Кагиров студияһында альбом яҙҙырыу мөмкинселеге бирелде.

Валентина конкурста икенсе тапҡыр ҡатнаша. Үткән һынауҙа ул финалға тиклем етһә лә, бәпәйе тыуыу сәбәпле конкурстан китергә мәжбүр була. Шуға күрә был еңеү уның өсөн көтөп алынған ваҡиға!

Валентинаны еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb