Башҡорт дәүләт филармонияһы «Күстәнәс» исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт филармонияһы «Күстәнәс» исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итә

6 ғинуарҙа  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы иҫке йылды оҙатып Яңы 2019-сы йылға аяҡ баҫҡан мәлдә, йырға, моңға битараф булмағандарға үҙенсәлекле программа-«Күстәнәс» тим исемләнгән театрлаштырылған концерт тәҡдим итә.

 Яңы йылда тыуған йәнлелек: балҡыған гирляндалар, сағыу төҫлө шарҙар менән биҙәлгән шыршы - ниндәйҙер бер мөғжизә, әкиәт мөхите тыуҙырған мәлдә эстрадабыҙҙың йондоҙҙары Артур Туҡтағолов, Радик Вәлмөхәмәтов, Әлфиә Юлсурина, Миңзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Ишморат Илбәков, Венер Сәйфетдинов, Диана Ишниязова, Эльмир Әбүбәкиров, Филүс Ҡалмурзин, Искәндәр Ғәзизов, Регина Баракова, Рифат Шәрәфетдинов, Заһир Иҫәнсурин, Салауат Хәлилов, Рәил Мөрсәлимов, Евгения Цыпина, Артур Шәрипов,  «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры үҙҙәренең музыкаль «күсәтнәс»ен һеҙгә бүләк итергә вәғәҙә итә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb