23 ноябрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы майҙан музыкаль ярыш - MоңRingШоу ойоштора.
MоңRingШоу-ҙа филармонияның талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә йондоҙҙары менән осрашасаҡ.
Музыкаль рингтар ойоштороуҙа ҙур тәжрибә туплаған промоутер –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова был юлы көйәрмәндәргә нимәләр тәҡдим итер? Сәмле бәйгелә еңеүҙе кем яулар? Тамашасы үҙ баһаһын кемгә бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табырға сәхнә аҡһаҡалдары, эстрада мэтрҙары – рефириҙар Азат Айытҡолов, Нәзифә Ҡадырова, Вәхит Хызыров, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов һәм Вәлит Илембәтов ярҙам итәсәк.