Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль ярыш - MоңRingШоу тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль ярыш - MоңRingШоу тәҡдим итә

Иртәгә - 23 ноябрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль ярыш - MоңRingШоу ойоштора.

MоңRingШоу-ҙа филармонияның талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә йондоҙҙары менән осрашасаҡ.

Музыкаль рингтар ойоштороуҙа ҙур тәжрибә туплаған  промоутер –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова был юлы көйәрмәндәргә нимәләр тәҡдим итер?

Сәмле бәйгелә еңеүҙе кем яулар?Тамашасы үҙ баһаһын кемгә бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табырға сәхнә аҡһаҡалдары, эстрада мэтрҙары – рефириҙар Азат Айытҡолов, Нәзифә Ҡадырова, Вәхит Хызыров, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов һәм Вәлит Илембәтов ярҙам итәсәк. Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb