Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары төбәк һабантуйҙарында ҡатнаша

Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары төбәк һабантуйҙарында ҡатнаша

Хөсәйен  Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һабантуйҙарға йыйына.

 Быйыл Башҡортостан делегацияһы тиҫтәгә яҡын төбәккә бара. Мәҫәлән, 16 июндә Ямал-Ненец автономиялы округының Муравленко ҡалаһында Заһир Иҫәнсурин етәкселегендәге төркөм сығыш яһаясаҡ, шул уҡ көндө Ханты-Манси автономиялы округының Нижневартовск ҡалаһында «Карауан» эстрада төркөмөнөң концерты көтөлә.

Шулай уҡ, филармония артистары ҡатнашлығындағы һабантуйҙар 30-сы июнь - Санкт-Петербургта, ә 21 июль - Мәскәүҙә уҙасаҡ. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb