Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары «Юлдаш» радиоһы ойошторған хит-парадта ҡатнаша

Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары «Юлдаш» радиоһы ойошторған  хит-парадта ҡатнаша

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, «Карауан» егеттәре Рөстәм Шаһыбалов һәм Тимур Рамазанов «Юлдаш» радиоһы ойошторған март айы хит-парадында ҡатнаша.

Моңло тауышлы йырсылар Рөстәм Шаһыбалов Миңзәлә Яхина һүҙҙәренә Рәмил Агишев ижад иткән «Бәхетле бул» йырын тәҡдим итһә, Тимур – шул уҡ авторҙың Гөлфиә Шакирова һүҙҙәренә яҙылған «Йондоҙҙар атыла» йырын сығара. Яратҡан йырсыларығыҙ өсөн тауыштар бирергә онотмағыҙ. Тауыштар көн һайын түбәндәге һылтанма буйынса https://bash.news/yuldash/hit-parad/?lang=bash ҡабул ителә. Бер көндә бер үк кеше телефон аша ла, компьютер аша ла тауыштар бирә ала.

«Юлдаш» каналы тарафынан ойошторолған хиттар парадында еңеүселәр ай һайын билдәләнә. Иң яҡшылары, иң шәптәренә йыл аҙағында гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb