Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары «Юлдаш» радиоһы ойошторған сентябрь айы хит-парадында ҡатнаша

Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары «Юлдаш» радиоһы ойошторған сентябрь айы хит-парадында ҡатнаша

 Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов «Юлдаш» радиоһы ойошторған сентябрь айы хит-парадында ҡатнаша.

 Филармонияның моңло һандуғасы Лилиә Ишемйәрова Тамара Ғәниева һүҙҙәренә, байтаҡ йырҙар авторы, Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры Миңәзәлә Яхина ижад иткән «Саҡырығыҙ усаҡ яндарына» йырын тәҡдим итә, Рөстәм Шаһыбалов-Риваль Хисмәтуллин көйө Айгөл Вәлиуллина һүҙҙәренә яҙылған «Ҡайтыр булһаң» йырын сығара.

Яратҡан йырсыларығыҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, хөрмәтле дуҫтар! Тауыштар көн һайын түбәндәге һылтанма буйынса http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad ҡабул итә.

«Юлдаш» каналы тарафынан ойошторолған хиттар парадында еңеүселәр ай һайын билдәләнә. Иң яҡшылары, иң шәптәренә йыл аҙағында гала-концертта сығыш яһау бәхете тәтей.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb