Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тамашасылар һорауы буйынса «Һин бәхетле! Ә мин?» үҙенсәлекле проекты тәҡдим ителәсәк

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тамашасылар һорауы буйынса «Һин бәхетле! Ә мин?» үҙенсәлекле проекты тәҡдим ителәсәк

19 октябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тамашасылар һорауы буйынса «Һин бәхетле! Ә мин?» үҙенсәлекле проекты тәҡдим ителәсәк. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов ҡатнашлығындағы музыкаль роман уҙған миҙгелдә тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителеп, берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Тамашаның режиссеры  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы Динара Ҡәйүмова.

Үҙенсәлекле проект  тураһында түбәндәге юлдарҙы тәҡдим итәбеҙ:

«…Мөхәббәт хистәренә сорналған ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡ хистәрен, тойғоларын, күңел ғазаптарын, шатлыҡтарын һәм өмөттәрен бер концертта күреп, шул кисерештәрҙе үҙем аша үткәреп, тетрәнеп һәм тағы ла бер тапҡыр йыр менән шиғырға ғашиҡ булып ҡайттым» (Г.Ҡыуатова).

   «…Олег Ханов и Альфия Юлчурина... Они так удачно сумели показать любовный роман, объединив поэзию с эстрадными номерами. Редко увидишь такие искренние, содержательные представления» (А. Баймөхәмәтов).

   «…Шиғриәт менән йыр тантанаһы!... Ир менән ҡатын мөнәсәбәте, мөхәббәте тарихы. Ерҙәге барса тереклекте таныта, йәшәү тигән ҡатмарлы фәндең дәрестәрен бирә!» (Л.Абдуллина)

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb